Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 53
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 

Мин, Камаева Айгөл Хәсән ҡыҙы, Борай ауылы 3 - сө һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

1987 йылдың 9 июнендә йәмле йәй көнөндә Балтас районы Имән ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып, донъяға килгәнмен. Ерҙә ожмах бар тиһәләр, ул миңә ошо тыуған ауылымдадыр кеүек тойола. Йәй көндәрендә ҡыҙарып бешкән еләкле болондары, сәтләүеккә бай, ҡуйы урмандары, борғаланып аҡҡан Ҡыйғаҙы йылғалары күңелгә яҡын, йәнгә дауа булып тора. Ете йәшемдә әсәйем мине Имән башланғыс мәктәбенең беренсе класына биргән. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыуымды Нөркә мәктәбендә дауам иттем. 9-сы кластан һуң, 2003 йылда, Нефтекама педагогия колледжының туған телдәр бүлегенә уҡырга индем. 2008 йылда ҡулыма диплом тотоп Борай районына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайттым. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Бөрө Дәүләт социаль-педагогик академияһына уҡырға индем. 2012 йылда "Туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" квалификацияһы буйынса юғары дипломлы белгес булдым.

Уҡытыусы булыу – баласаҡ хыялым. Үҙемдең һеңелдәремде, ҡустыларымды теҙеп ултыртып, дәрес биргәнем бөгөнгөдәй хәтеремдә. Ул йылдарҙан һуң инде күп кенә ваҡыт үтеп киткән. Был йылдар – эҙләнеүҙәр, уйланыуҙар, икеләнеүҙәр, асыштар йылдары дәүере. Ләкин шуныһын һис кенә лә икеләнмәйенсә әйтә алам: мин уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәнем. Минең өсөн уҡытыусы – һөнәр генә, мауыҡҡан эш кенә түгел, минең өсөн уҡытыусы – барлыҡ тормошом. Балалар менән эшләү - минең ҙур бәхетем ул. Уҡытыусы - ул иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.

Яратып уҡытҡан уҡыусыларым, ауыр ваҡыттарҙа кәңәштәре менән ярҙам итеүсе хеҙмәттәштәрем, шатлыҡтарым – ҡайғыларымды уртаҡлашыусы, терәк булыусы ғаиләм миңә рухланыу өсөн көс кенә биреп тора.

Төрлө байрамдар, кисәләр үткәреү, хорҙа йырлау, спорт ярыштарында ҡатнашыу - былар бөтәһе лә мин яратып башҡарған эштәрем, шөғөлдәрем. Был өлкәләрҙә лә уңыштарым байтаҡ.

 

Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Друзья сайта
Copyright MyCorp © 2024uCoz